PPt4Web Хостинг презентаций

Главная / Обществознания / Рауил Бикбаев
X Код для использования на сайте:

Скопируйте этот код и вставьте его на свой сайт

X

Чтобы скачать данную презентацию, порекомендуйте, пожалуйста, её своим друзьям в любой соц. сети.

После чего скачивание начнётся автоматически!

Кнопки:

Презентация на тему: Рауил Бикбаев


Скачать эту презентацию

Презентация на тему: Рауил Бикбаев


Скачать эту презентацию

№ слайда 1 Рауил Бикбаев. Биографияһын өйрәнеү. Эшләне: Баҡалы районы Яңы Маты төп дөйөм бе
Описание слайда:

Рауил Бикбаев. Биографияһын өйрәнеү. Эшләне: Баҡалы районы Яңы Маты төп дөйөм белем биреүмәктәбенең башҡорт дәүләт теле уҡытыусыһы Хәсәнова Шәрифә Памир ҡыҙы

№ слайда 2 Ырымбур Рауил Бикбаев тыуып –үҫкән Туҡсоран буйындағы Үрге Ҡунаҡбай ауылы ҡыпсаҡ
Описание слайда:

Ырымбур Рауил Бикбаев тыуып –үҫкән Туҡсоран буйындағы Үрге Ҡунаҡбай ауылы ҡыпсаҡ ырыуы нигеҙләгән боронғо ауылдарҙан иҫәпләнә.

№ слайда 3 Әҙиптең шәжәрәһе Аҫылгәрәй- Бикбай- Ҡотлоәхмәт- Хәсән- Мөхәмәтша-Шәрәфетдин-Төхф
Описание слайда:

Әҙиптең шәжәрәһе Аҫылгәрәй- Бикбай- Ҡотлоәхмәт- Хәсән- Мөхәмәтша-Шәрәфетдин-Төхфәтулла-Рауил

№ слайда 4 ӨләсәһеӨләсәһе Мәүлитбикә - Табылдиндар ҡыҙы – һүрәт төшөрөргә әүәҫ булғанУл шул
Описание слайда:

ӨләсәһеӨләсәһе Мәүлитбикә - Табылдиндар ҡыҙы – һүрәт төшөрөргә әүәҫ булғанУл шулай уҡ сәсән телле зат булған. Ауылдағы төрлө хәлдәр,ҡылымһыр ҡылыҡтар тураһында төртмә таҡмаҡтар сығарырға яратҡан. Кесе улы Ғизетдин Алыҫ Көнсығышта һалдат хеҙмәтендә вафат булғас, уға оло бәйет бағышлаған.

№ слайда 5 АтаһыТөхфәтулла Бикбаев Туҡсоран буйы башҡорто. Йорт һалырға ағасы, яғырға утыны
Описание слайда:

АтаһыТөхфәтулла Бикбаев Туҡсоран буйы башҡорто. Йорт һалырға ағасы, яғырға утыны булмаған яландарҙа халыҡ барыбер әмәлен тапҡан, гөрләтеп донъя көтөр өсөн көс-ғәйрәт туплай алған.

№ слайда 6 ӘсәһеХәлле ғаилә – кулак, тип, Архангель губернаһындағы Котлас лагерҙарында бик
Описание слайда:

ӘсәһеХәлле ғаилә – кулак, тип, Архангель губернаһындағы Котлас лагерҙарында бик күп нужалар күрә. Ыҙа-яфаларға сыҙай алмай, 1936 йылда ауылына ҡасып ҡайта.Армиянан ҡайтҡан Төхфәтулла Рәҡиәгә өйләнә, шулай ғына кире һөрөлөүҙән ҡотола

№ слайда 7 Бикбаевтар ғаиләһеБикбаевтар бик матур ғаилә ҡоралар. Биш бала үҫтерәләр.1938 йы
Описание слайда:

Бикбаевтар ғаиләһеБикбаевтар бик матур ғаилә ҡоралар. Биш бала үҫтерәләр.1938 йылдың декабрь айында донъяға килгән Рауил шул ишле ғаиләлә, етеш тормош шарттарында иркен үҫә

№ слайда 8 Шағир ауыл тураһында Бала саҡ һәм үҫмер йылдарым күберәк тәбиғәт менән, бигерәк
Описание слайда:

Шағир ауыл тураһында Бала саҡ һәм үҫмер йылдарым күберәк тәбиғәт менән, бигерәк тә һыу буйы, Соран йылғаһы менән бәйләнгән. Даланың иң хәтерҙә ҡалған саҡтарының береһе- яҙ килеүе, үҙәктәрҙең шаулап ярып килеп тҡшҡүҙәре. Сорандың ташыуы, ҡар һыуы ҡойоп, йомран тотоуҙар…

№ слайда 9 Белем алыу Ғабдрафиҡ-ете йыллыҡ мәктәп Аҡбулаҡ педучилищеһы Өфө дәүләт университ
Описание слайда:

Белем алыу Ғабдрафиҡ-ете йыллыҡ мәктәп Аҡбулаҡ педучилищеһы Өфө дәүләт университетыАҡбулаҡ студенты – 1954 йыл

№ слайда 10 Дала офоҡтары (1964)Дала улының шиғриәтенә баштан уҡ дала киңлектәре, сикһеҙ офо
Описание слайда:

Дала офоҡтары (1964)Дала улының шиғриәтенә баштан уҡ дала киңлектәре, сикһеҙ офоҡтары эркелеп-тулҡынып килеп инә, күңел ҡылдарын сиртә. Рауил Бикбаевтың шиғри теле «далам, далам» һүҙе, икһеҙ-сикһеҙ дала образы менән асыла

№ слайда 11 Ҡош юлы (1967)Оло Башҡортостан, Уралтау образдары үҙе йәшәгән ғәзиз ил, урман-та
Описание слайда:

Ҡош юлы (1967)Оло Башҡортостан, Уралтау образдары үҙе йәшәгән ғәзиз ил, урман-таулы, ҙур-ҙур йылғалы, ғәжәйеп бай тәбиғәтле, төрлө милләтле, алсаҡ күңелле уңған халыҡ йәшәгән гүзәл тараф булып һынлана

№ слайда 12 Автобиография (1969)Ғ. Сәләм премияһыТуған халҡының азатлыҡ өсөн көрәшкән атаҡлы
Описание слайда:

Автобиография (1969)Ғ. Сәләм премияһыТуған халҡының азатлыҡ өсөн көрәшкән атаҡлы Батырша, Юлай Аҙналин, Салауат батыр образдары урын ала.Йорт-ер, тыуған яҡ, Башҡортостан, оло Ватан образы менән бергә шағирҙың күңел биографияһының бергә береккән сағылышын күҙәтергә була

№ слайда 13 Лирика (1971)Лирика- шағирҙың күңел донъяһы көҙгөһө. Лирик герой нигеҙендә Рауил
Описание слайда:

Лирика (1971)Лирика- шағирҙың күңел донъяһы көҙгөһө. Лирик герой нигеҙендә Рауил Бикбаевтың үҙ тормош юлына, характерына тығыҙ бәйләнешле кеше, шәхес яҙмышы ята

№ слайда 14 Ғүмер уртаһы (1976)Көндәремде ваҡлыҡтарҙан әрсеп,Һөҙөп ташлап шау-шыу туртаһын,Ю
Описание слайда:

Ғүмер уртаһы (1976)Көндәремде ваҡлыҡтарҙан әрсеп,Һөҙөп ташлап шау-шыу туртаһын,Юлдарыма хафа менән бағамЕткән саҡта ғүмерем уртаһы...Үҙ быуыны-тиҫтерҙәренең уй-тойғолары, заман, кешелек яҙмышы тураһында лирик үткерлек һәм гражданлыҡ пафосы йырлай

№ слайда 15 Һөйөнсө (1979)-Кеше тыуҙы, һөйөнсө!-Тыуыуҙары ни өсөн?-Аяғына баҫып илдәнАлыр өс
Описание слайда:

Һөйөнсө (1979)-Кеше тыуҙы, һөйөнсө!-Тыуыуҙары ни өсөн?-Аяғына баҫып илдәнАлыр өсөн һөйөнсө.Был китабында шағирҙың лирикаһы, поэтик биҙәктәре, эске егәре, моңо баҙыҡланып етә

№ слайда 16 Ерем балҡышы (1982)Уйҙарым, тауҙарҙан ашып, Ҡымыҙҙай тора ташып.Эш бүлмәм – Башҡ
Описание слайда:

Ерем балҡышы (1982)Уйҙарым, тауҙарҙан ашып, Ҡымыҙҙай тора ташып.Эш бүлмәм – Башҡортостаным, Өҫтәлем- Урал ташы. «Ерем балҡышы»-шағирҙың күңел балҡышы ул»- тип яҙа Ғайса Хөсәйенов

№ слайда 17 Бураҙналар (1985)Туҙан бөртөгөләй кесерәйҙемЙондоҙҙарға саҡлы ҙурайҙым,Тал сыбығ
Описание слайда:

Бураҙналар (1985)Туҙан бөртөгөләй кесерәйҙемЙондоҙҙарға саҡлы ҙурайҙым,Тал сыбығы булып бөгөлөп төштөм,Мәғрур имән булып турайҙым.

№ слайда 18 Яҙмышым (1988)Бөгөнгө көн менән төн шикеллеБүленмәгән тигеҙ яҙмышым.Үтә көнөм, т
Описание слайда:

Яҙмышым (1988)Бөгөнгө көн менән төн шикеллеБүленмәгән тигеҙ яҙмышым.Үтә көнөм, төнөм хаҡлыҡ тиеп, Ғәҙелһеҙлек менән алышып...Китаптың исеме үк автор алдында күп, яуаплы бурыстар ҡуя. Шағирҙың яҙмышына ни яҙған икән?

№ слайда 19 Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ (1991)Һыу буйҙарында һыуға һыуһау- нимә һуң ул?Юғары әх
Описание слайда:

Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ (1991)Һыу буйҙарында һыуға һыуһау- нимә һуң ул?Юғары әхлаҡ сифатарына һыуһау сағыла былпоэмала

№ слайда 20 Барыһы ла беҙҙең намыҫта. Халҡыма хат (1991)Башҡорт балаһы мин, Ер хәтерендәМең
Описание слайда:

Барыһы ла беҙҙең намыҫта. Халҡыма хат (1991)Башҡорт балаһы мин, Ер хәтерендәМең йыл уйылып ҡалған эҙем бар.Быуындарға ялғап быуындарҙы,Илде тотҡан телем, һүҙем бар. Шул тел менән халҡым хаҡ яҙмышынҠайһы быуаттарға яҙмаған.Күпме аҫыл ерҙәренән яҙған,Күпме аҫыл ирҙәренән яҙған,Күпме аҫыл йырҙарынан яҙған,Тик моңонан, теленән яҙмаған

№ слайда 21 Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны (2003)Ниндәй заман!Ҡуҙғалды бар илдәр...Һәр хәбәрҙе те
Описание слайда:

Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны (2003)Ниндәй заман!Ҡуҙғалды бар илдәр...Һәр хәбәрҙе тертләй-тертләй көтәм.Иҫкән ел дә гүйә уйҙарыма,Юлдарыма мина һалып китә.Ил өҫтөнә килгән ауырлыҡтар һәм ҡаршылыҡтар хаҡында борсола, тынғы бирмәй әҙипкә

№ слайда 22 Йөҙ ҙә бер хәҙис (2001-2003)Кешелектең төп ҡиммәте иман, тигән,Имандың һәр тарма
Описание слайда:

Йөҙ ҙә бер хәҙис (2001-2003)Кешелектең төп ҡиммәте иман, тигән,Имандың һәр тармағына инан, тигән,Иман нурын һанлаусыныңХикмәт тулы һүҙҙәренәҺис шикләнмәй инан, тигән.“Хәҙистәр үҙҙәренең кешелеклеге, тәрән фәлсәфәһе, тапҡыр теле менән мине ғүмерлеккә арбаны», тип яҙа Рауил Бикбаев

№ слайда 23 Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны(2008)Башҡортостан, һин һөйөклө ғәзиз е
Описание слайда:

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны(2008)Башҡортостан, һин һөйөклө ғәзиз ер,Халҡыбыҙҙың изге Ватаны.Сал Уралдан ҡалҡа бар тарафҡаТыуған илдең тыныс ар таңы.Дан һиңә, Башҡортостан!Илен һөйгән азат халҡына дан!Рәсәй менән бөйөк берҙәмлектәСәскә ат, Башҡортостан! (Р. Бикбаев менән Р. Шәкүр һүҙҙәре)

№ слайда 24   Мин күптән инде көндәлектәр яҙам. Ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт эсендә күргәндәр
Описание слайда:

  Мин күптән инде көндәлектәр яҙам. Ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт эсендә күргәндәрем-кисергәндәрем теркәлеп барған дәфтәрҙәрем хәҙер бер нисә китап булырлыҡ. Тормошом сәхифәләре тәүге осорҙа онотҡанда бер тигәндәй ҡағыҙ битенә төшһә, ғүмер үткән һайын уларға йышыраҡ иғтибар иттем. Көндәлектәр асылда минең ижадымдың үҙенсә бер мөһим өлөшөнә әйләнде. (Р. Бикбаев)

№ слайда 25 Халҡыма бер һүҙРауиль Бикбай 22 февраля 2013 в 8:19Мин аҡһаҡты бар яһаным —Аяҡлы
Описание слайда:

Халҡыма бер һүҙРауиль Бикбай 22 февраля 2013 в 8:19Мин аҡһаҡты бар яһаным —Аяҡлыға булһын һабаҡ.Мин сулаҡты бар яһаным —Зарланмаһын ҡуллы ҡабат.Мин күҙһеҙҙе бирҙем ергә —Күҙ ҡәҙерен белһен күҙле.Мин телһеҙҙе бирҙем ергә —Һүҙ ҡәҙерен белһен һүҙле.Бәндәләрҙән ҡаҙытамынМәңгелек йорт — гүр-ҡәберҙе.Бәлки, шул саҡ ҡәҙерләрҙәрНур ғүмерҙе, ғәзиз ерҙе.

№ слайда 26 Ҡулланылған әҙәбиәтБашҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған
Описание слайда:

Ҡулланылған әҙәбиәтБашҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе / Баш мөхәррир Р.З.Шәкүров. Өфө: Башҡорт энциклопедияһы дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 696 бит, һүрәттәре менән.Рауил Бикбаев. Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны /Шиғырҙар. Рауил Бикбаев: " Халҡым яңылышмаһын ине" 1967 йыл: Ҡош юлы: Шиғырҙар, поэмалар. Өфө, 1967. 1976 йыл: Ғүмер уртаһы: Шиғырҙар, поэмалар. Өфө, 1976. 1985 йыл: Бураҙналар: Шиғырҙар, поэмалар. Өфө, 1985.Ғ. Хөсәйенов. Рауил Бикбаев. Тормошо һәм ижады. Өфө-2008Берйән Байым. Ижадсылар. Өфө-2008bashkir.jimdo.com ›башҡорт-әҙәбиәте/bash-portal.ruuldashfm.ruvk.com › rbikbaiagidel-rb.ru

№ слайда 27
Описание слайда:

Скачать эту презентацию

Презентации по предмету
Презентации из категории
Лучшее на fresher.ru