“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2017” Шәрипова Юлиә Салауат ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы муниципаль районы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы Серафимовка ауылы 1-се урта мәктәбенең беренсе категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
1.Фамилияһы, исеме, атаһының исеме: Шәрипова Юлиә Салауат ҡыҙы 2. Тыуған йылы: 08.09.1982 йыл. 3.Белеме: юғары, 2008 йыл, М.Аҡмулла исеиендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, филология факультеты, специальность «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» 4.Мәктәп: Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы муниципаль районы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы Серафимовка ауылы 1-се урта мәктәбе. 5. Дөйөм педагогик стаж: 15 йыл 6. Серафимовка ауылы 1-се урта мәктәбендә: 14 йыл 7.Квалификация күтәреү курстары: «Особенности преподавания башкирского языка и литературы в условиях реализации ФГОС» Удостоверение №19242, 2014 йыл,Туймазы ҡалаһы.
8.Аттестация: 2015 йыл, беренсе категория, БР ММ бойороҡ буйынса №6054, 2015 йыл 9.Ҡулланған технологиялар: ИКТ ҡулланыу, “һүҙҙәр болото” алымын ҡулланыу. 10. Методик темаһы: “Башланғыс кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһын информацион технологиялар менән байытыу” 11.Программалар: 1.«Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн). Төҙөүселәре: Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008. 2.Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе башланғыс кластар өсөн башҡорт теленән эш программалары. Төҙ: З.М.Ғәбитова, М.Ф. Абдуллина. Өфө: Китап, 2011 йыл. 12.Эш урынының адресы: РБ, 452780, Туймазы районы Серафимовка ауылы Ленин урамы,14. Эш телефоны: 8(347) 82-2-69-63
13. Телефон: 8927-95-333-42, 8964-956-38-56. 14.Сайт: http://misssharipova.ucoz.net 15. Ғаилә хәле: кейәүҙә, бер ҡыҙ һәм ул үҫтерәләр.
2008 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлаған. Туймазы районы Серафимовка ауылында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Дөйөм педагогик стажы – 15 йыл. Беренсе категориялы уҡытыусы. Наградалары: 1.Туймазы районы Серафимовка 1-се һанлы мәктәбенең маҡтау ҡығыҙы.(2010 йыл) 2. “Шәжәрә” байрамына “Фәнни эҙләнеүҙәр ҡулланып төҙөлгән шәжәрә” номинацияһында еңеүсе әҙерләгәне өсөн диплом.(2015 йыл) 3. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2017” 1-се дәрәжә дипломы.(2017 йыл) 4. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2017” номинант “Рухи хазиналарҙы һаҡлаусы” (2017 йыл)
Матбуғат биттәрендә сығышы: 1.Сайт «Инфоурок » №ДБ--295174-2016г. Дәрес планы “Кейемдәр”(3 класс) 2.Сайт «Инфоурок » №ДБ--295133-2016г. Сценарий “Туған телем-иркә гөлөм” 3. Сайт «Инфоурок » №ДБ--295143-2016г. Презентация “Үү өн-хәрефе. Ҡабатлау” 4. Сайт «Инфоурок » №ДБ--295180-2016г. Дәрес планы“Өфө. Исем” (4 класс) Уҡыусыларының уңыштары: 1.Халыҡ әкиәттәрен яттан һөйләү буйынса 3-сө район-ҡала конкурсында Зәкирова Илүзә-2-се урын, 2012 йыл. 2.“Республикамды данлайым” район-ҡала конкурсында Ғарифуллина Илүзә, 2-се урын, 2014 йыл.
3. “Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр” район-ҡала конкурсында Шәрипова Әлиә, 2-се урын, 2015 йыл. 4. “Шәжәрә-2015” район-зона конкурсында Шәрипова Әлиә, 2-се урын, 2015 йыл. Уҡытыусының семинарҙара, конференцияларҙа, асыҡ дәрестәр үткәреүҙә ҡатнашыуы. Юлиә Салауат ҡыҙы 2015 йылда Серафимовка мәктәбендә үткәрелгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район – ҡала семинарында “Дарыу үләндәре. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе” темаһы буйынса асыҡ дәрес күрһәтте; “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә рефлексия алымдарын ҡулланыу” тигән темаға оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. 2015 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының өйрәтеүсе семинарында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу” тигән тема менән тәжрибә уртаҡлашты. Буш ваҡыттарын үткәреүе. Театрға йөрөй, бүлмә гөлдәрен үҫтерә, «Салауат Юлаев” хоккей командаһының көйәрмәне.
Дәрес-уҡытыусының ижади эше. “Дәрес”-ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхләҡи инаныуҙар факелен тоҡандырыусы осҡон” –тип яҙған Василий Александрович Сухомлинский. Шул осҡондо тоҡандырыу өсөн, бөгөнгө уҡытыусы төрлө яҡлап та үҫешкән, заман менән бергә атлаусы, яңынан-яңы алымдар, информацион технологияларҙы ҡулланыусы шәхес булырға тейеш. Информацион технологиялар телде өйрәнеүҙә ҡыҙыҡлы һәм фәһемле методы, аҡыл эшмәкәрлеген үҫтереүсе эффектлы сара булып тора. Бөгөн күптәр тормошон интернет һыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайҙыр. Интернет XXI быуаттың виртуаль донъяһы. Виртуаль селтәр киң аралашыу өсөн, мәғлүмәт алыу өсөн дә файҙалы. Шуға ла Интернетты үрмәксе ауы менән сағыштыралар. Интернетҡа барып инәһең дә, йәнең теләгән өлкәнән үҙеңә кәрәкле мәғлүмәттәрҙе табаһың.
Заманалар үҙгәрә, замана үҙгәргән һайын тормошҡа ҡараш та, талаптар ҙа үҙгәрә. Бындай үҙгәрештәр мәктәпте лә урап үтмәй. Уҡыу системаһына яңы стандарттар инә. Бөгөнгө көндә беҙ компьютер уйындары һәм виртуаль ысынбарлыҡта тәрбиәләнгән балалар менән эшләйбеҙ. Шуға күрә “Башланғыс кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһын информацион технологиялар менән байытыу” темаһы өҫтөндә эшләй башланым. Был теманы башҡарып сығыу өсөн үҙемә шундай маҡсаттар ҡуйҙым. Бөгөн уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн, ошо методик теманың актуаллеген дәлилләргә тырышырмын. Дәрестәрҙә информацион ағым ҙур. Хәҙер башҡорт Интернет селтәрендә бик күп сайттар барлыҡҡа килде. Мин үҙем дә шулай уҡ “Башҡорт теле.ru” дәреслектәре менән теләп файҙаланам.
Был дәреслек бөтә кластарҙа ла урынлы, сөнки рус мәктәбендә уҡыған балаларҙың һүҙлек байлығы ҙур түгел, ә сағыу төҫтәге һүрәттәр, йыр, музыка, шиғыр, кроссворд, уйындар, мәҡәләләр, көләмәстәр, диалогтар башҡорт телендә төрлө темаға аралашырға, грамоталы уҡырға, яҙырға өйрәтә. Был сайт ата-әсәләргә лә ҙур ярҙамсы булып тора. Мин һәр дәрестә презентациялар ҡулланам һәм уларҙы төҙөүҙә “Башҡорт балаһы мин...” сайты ҙур ярҙам күрһәтә. Был сайттың һылтанмаһы һәм үҙем эшләгән презентациялар минең шәхси сайтыма һалынған. Уҡытыусылар өсөн һәр кабинетта интернет селтәренең булыуы ла бик ҙур ярҙам, сөнки унан бик күп төрлө кәрәкле материалдар алып була. Башҡорт йырҙары, башҡорт әҙәбиәте, фотоальбомдар, тарихи сайттарҙа уҡыусылар ҡыҙыҡһынып дәрескә кәрәкле материалдарҙы эҙләй һәм дәрестә үҙҙәренең проект эше, төрлө темалар буйынса презентацияһы менән сығыш яһай.Бында график редакторҙары ярҙамында һүрәттәрҙәге етешһеҙлектәрҙе төҙәтеп, фотографияларҙы ҙурайтып йәки кесәйтеп, музыкаль яҡтан биҙәйҙәр. Һуңынан үҙ эштәре менән класташтары алдында сығыш яһайҙар. Был уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтерә, эҙләнергә өйрәтә, әүҙемләштерә, иғтибарын туплай.
Бала оҫта итеп компьютер менән аралаша, төрлө уйындарҙың программаларына үтеп инә. Ләкин уны бала үҙенә файҙалы итеп тә, зыянлы итеп тә ҡулланыуы мөмкин. Шуға күрә уҡытыусының бурысы-уҡыусыларҙы компьютер программалары ҡулланып белем алырға өйрәтеү. Балаларға дөрөҫ йүнәлеш бирер өсөн уҡытыусы үҙе интернет селтәрен оҫта ҡулланыусы дирежер булырға тейеш. Шуға ла мин башҡорт теле уҡытыусылары порталы аша республикабыҙға билдәле булған ауылдаштарым Фаршатова Ә.Ә. һәм Игеликова А.И. менән йыш аралашып, уларҙың эш алымдарын өйрәнәм. Миндә айырыуса Игеликова Айгөл Иршат ҡыҙының “һүҙҙәр болото” технологияһы ҡыҙыҡһыныу уятты. Был технология нимәһе менән үҙенә йәлеп итә һуң? Дәрестәрҙә күҙ менән күрерлек йәки визуаль « һүҙҙәр болото” ҡулланыу бик үҙенсәлекле, файҙалы һәм шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡта. Бер ҡараһаң, был матур презентация йәки мәҡәлә төҙөү өсөн ябай ғына уйынсыҡ. Икенсе яҡтан, дөрөҫ итеп файҙаланһаң, ул уҡыуҙа бик яҡшы ҡорал. Был сервис менән ныҡлап танышып сыҡҡас, шуны аңланым, “һүҙҙәр болото» интернетта юҡ-бар менән шөғөлләнеү түгел, ә ысынлап та дәрестә уҡытыусының бына тигән ярҙамсыһы икән.
Мин эшемде word it out, tagul онлайн-сервиздарынан башланым. Тәүҙә “һүҙҙәр болотон” принтерҙа баҫып сығарып, дәрестәрҙә күрһәтә инем, ә аҙаҡ компьютер кабинеттарында үҙләштерҙек. Дәрестәрҙә балаларға бындай үҙенсәлекле эштәр биреү, уларҙың уҡыу эшмәкәрлегенә бик яҡшы мотивация булып тора. Бигерәктә төркөмдә эшләү уңышлы килеп сыға. Эйе, сер түгел, төркөмдәрҙә лә актив уҡыусылар күп, ләкин күптәре тик кенә ултырыуҙы үҙ итеп алған. Дәрестә «һүҙҙәр болотон» ҡулланыу, уны һөҙөмтәле, күнегеүҙәр эшләү ҡыҙыҡлыраҡ, ә уртаҡ эштәр күҙ асып йомғансы үтәлә. Был стандарт булмаған алымды дәрестең һәр этабында ҡулланып була. Мәҫәлән, 1.Һүҙҙәр бирелә, ошо һүҙҙәргә таянып уҡыусылар дәрестең темаһын асыҡларға тейеш. Күреүебеҙсә, бында дәрестең темаһы “Мәктәп” 2. Шулай уҡ,йомғаҡлағау дәресендә,был алым аша, үтелгән теманы балалар еңел генә аңлатып бирә ала.
Уҡыусылар үҙҙәре лә “һүҙҙәр болотон” төҙөй алалар. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып еңелдән ауырға ысулы ҡулландым. “Һүҙҙәр болотон” уҡыусыларым менән тәүҙә word it out онлайн-сервизында эшләргә өйрәндек, уны үҙләштергәс tagul сервизына күстек. Бында балаларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары тағы ла артты, сөнки бында “һүҙҙәр болотон” төрлө формаларҙа, төҫтәрҙә төҙөп була. Был алымды ҡулланыу балаларҙы ижади эшкә этәрә.Теманы йомғаҡлағандан һуң да, өйгә ижади эштәр бирергә мөмкин. Икенсе дәрестә был эштәр төркөмдәрҙә тикшерелә, белемдәр нығытыла, тулыландырыла. Шулай уҡ,уҡытыусы үҙенең фантазияһынан сығып был алымды төрлөсә ҡуллана ала: -уҡытыусы өйгә бер һүҙ биреп ҡайтара, мәҫәлән, (Башҡортостан). Кемдер был темаға ҡағылышлы айырым һүҙҙәр йыя, кемдер шиғыр, инша яҙа. Йыйылған эштәрҙән “болот” төҙөлә һәм уларға төҙәтмәләр индерелеп, төрлө баҫмаларға,“Аманат”, “Йәншишмә”, “Аҡбуҙат” журналдарына ебәрелә.Әлбиттә, бындай эштәрҙән һуң уҡыусыларҙың ижади һәләттәре лә асыҡлана.
Беҙгә, уҡытыусыларға, шундай үҙенсәлекле күренеште һәм мәғлүмәтте үҙләштереү ҡыйыныраҡ. Ә балалар был йәһәттән шаҡтай мобилерәк булып сыҡты, уларҙа бындай күнегеүҙәр бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ тыуҙырмай, ә киреһенсә, ҡыҙыҡһындыра, дәртләндерә генә. Шулай итеп, үҙеңдең «һүҙҙәр болотон» төҙөү –ҙур эш,ә дәрестә уҡыусыларыңдың бирелеп эшләүен күреү, үҙе бер ләззәт,рухи ҡәнәғәтлелек. Заман информацион технологияларҙы, йәки “һүҙҙәр болото” алымын ҡулланыу уҡытыуҙың сифатын арттырыр, уҡыусыларҙа башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыр тип ышанам.
2-3 кластарҙың 3 йыллыҡ уҡыу динамикаһы
2-се пареллель класс уҡыусылырының 2 йыллыҡ уҡыу динамикаһы
Туған тел һәм әҙәби уҡыуҙарҙан 3 йыллыҡ уҡыу динамикаһы