Яҡташ әҙиптәребеҙ
Йырлы-моңло тыуған ер Яҙыусылар тыуып үҫкән ер, Иманлы ер ошо бит, Илһамлы ер ошо бит. Тарихлы ер ошо бит, Тамырлы ер ошо бит. Эй, туғандар, рәхим ит!
М. Аҡмулла Шағир, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла 1831 йылдың 14 декабрендә Миәкә районы Туҡһанбай ауылында тыуа. Мәләүезтамаҡ, Әнәс мәҙрәсәләрендә уҡый. Ауылдарҙа башҡорт һәм ҡаҙаҡ балаларын уҡытып йөрөй. Аң-белемгә әйҙәй. Батша әрмеһендә хеҙмәт итеүҙән баш тартҡан өсөн уны 1867-1871 йылдарға төрмәгә ултырталар. Уның бик күп шиғырҙары үҙе үлгәс кенә баҫылып сыҡты.
Азат Мағазов Азат Шәйехйән улы Мағазов 1926 йылдың 17 декабрендә Миәкә районы Баязит ауылында тыуа. Елдәр урта мәктәбен тамамлай. 1944 йылда штурм авиация полкында немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә ҡатнаша. Ситтән тороп Харьков педагогия институтының тарих факультетын тамамлай. “Шоңҡар юлы“, “Һауаларҙа йондоҙ“, “Осоу“, “Хыял күккә саҡыра“ тигән әҫәрәҙәре бар.
Азат Мағазов Азат Мағазов
Фәнис Янышев Фәнис Янышев Миәкә районы Ерекле Күл ауылында тыуған. Ҡолтай-Ҡаран башланғыс, Боғҙан урта мәктәптәрендә белем алғас, техникум, институт тамамлай. Совет армияһында хеҙмәт итә. Гәзит редакцияларында, Башҡортостан радиоһында эшләй. Ф. Янышев ете китап авторы.
Ғариф Ғүмәр Ғариф Ғүмәр 1891 йылдың 10 декабрендә Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуа. Ауыл мәҙәрәсәһен тамамлағас, “Хөсәиниә“ мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Армияға алынып һуғышҡа оҙатыла. Ауылға ҡайтып уҡытыусылыҡ менән шөғөлләнә. Өфөлә республика газеталарында эшләй.
Марс Әхмәтшин
Факил Мырҙаҡаев
Хәкимйән Зарипов
Сафуан Яҡшығолов
Төхвәт Йәнәби
Ғәли Рафиҡи
Рәсимә Мостафина
Аҡмулланы биргән ер был, Ғөбәйҙуллин тыуған ер. Сәсәнлеккә, батырлыҡҡа Изге төйәк булған ер. Тыуған яғым – Дим буйҙары, Тыуған яғым – Миәкә. Миәкәнең ал таңдары Мәңге балҡыр йөрәктә